Римма Амангильдина

Римма Амангильдина

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 31 октябрь Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙо Римма Амангилдинаның сираттағы шәхсән концертын тәҡдим итә!Римма бай башҡорт фольклорының асылын, оҙон көй һәм башҡа жанрҙарҙың үҙенсәлекле колоритын асып бирә алған, ижадында башҡорт моңон юғары вокаль мөмкинлектәрен файҙаланып, еренә еткереп башҡарған йыр оҫталарының береһе. Башҡорт халыҡ йырҙары «Ашҡаҙар» «Таштуғай», «Гөлнәзирә», «Зәлифәкәй», «Түңәрәккәй күл», «Сәлимәкәй», «Һыр», «Таштуғай», композитор әҫәрҙәренән Заһир Исмәғилевтың «Башҡорт ҡымыҙы» йырҙарын башҡарыу эталоны юғарылығына күтәрҙе.Йылдар үткән һайын йырсының таланты үҫә, ижады байый, шымара, төҫтәре матурлана, сағыулана.

Музыка белгестәре билдәләүенсә, «уның тауышына ваҡыт хакимлек итмәй, тәбиғәттән килгән йәшлеген, йомшаҡ тембрын, һутлылығын һәм осоусанлығын һаҡлап ҡала килә».Йырсының юғары профессионализмы, киң репертуары, республика һәм федераль кимәлдәге концерттарҙа даими ҡатнашыуы ил мәҙәниәте өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған мәртәбәле йырсы хаҡында һөйләй. Уның башҡарыуында классик ариялар һәм романстар, төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәге заман композиторҙарының әҫәрҙәре иҫ киткес яңғырай. Римма донъяның 100 — ҙән ашыу илендә сығыш яһаны.

Ҡайҙа ғына булһа ла, ул мотлаҡ шул илдең телендә йырҙар башҡара. Шуға күрә артистың репертуарында донъяның күп милләтле музыкаль палитраһынан бихисап әҫәрҙәр тупланған. Римма Зәйнетдин ҡыҙы сит илдәрҙә, Рәсәй төбәктәрендә иң күп йөрөгән йырсыларҙың береһе.Концертта уның күптән инде хиттарға әйләнгән йырҙары, өр яңы йыр премьералары яңғырайасаҡ.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

© Афиша Театров – билеты в театр, на спектакли, балет, представления.